5 декабрь, Дүшәмбе

20 август 2010 йыл, 16:59

Рөстәм Хәмитов: Дәүләт кадрҙар сәйәсәте йәмәғәтселек фекеренә таянырға тейеш

автор: Евгений Рәхимҡолов

Дәүләт һәм муниципаль кадрҙар сәйәсәте йәмәғәтселек фекеренә таянырға тейеш, тип белдерҙе бөгөн Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең «Модернизациялауҙың төбәк аспекттары: яңы кешеләр, яңы ҡарарҙар» форумында сығыш яһап.

— Бының менән бәйле ябай булмаған мәсьәлә барлыҡҡа килә, — тине ул. – Бер яҡтан, ҡаҙнаны тәләфләмәйенсә, ысынтылап эшләйәсәк профессиональ идарасыны табырға кәрәк, икенсе яҡтан, беҙ халыҡты үҙенең етәксеһен баһалауға йәлеп итергә тейешбеҙ.

Бөгөн, Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, властың ҡайһы бер тармаҡтарында билдәле һөҙөмтәлелек көрсөгө күҙәтелә. Мәҫәлән, социологик һорау алыуҙар дәүләт башлығы рейтингының ярайһы юғары булыуын күрһәтә. Төбәк башлыҡтарының популярлығы халыҡ араһында күпкә түбән. Ә иң түбән рейтингтар иһә — муниципаль чиновниктарҙа.

— Был системала өҙөклөк булыуы, урындарҙа халыҡтың власҡа ышанысы яҡшыларҙан түгеллеге хаҡында һөйләй, — тине Рөстәм Хәмитов. — Мин республика халҡының әүҙемерәк булыуын, үҙҙәренең мөхитенән муниципаль кимәлдә эшләргә һәләтле булған профиссионалдарҙы үҙҙәре тәҡдим итеүен теләр инем. Ул ваҡытта ысынлап та дәүләт идаралығы системаһын модернизациялау тураһында һүҙ алып барырға мөмкин буласаҡ.  

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, ҡала һәм район Советы депутаттары ла муниципаль кимәлдәге чиновниктар кеүек билдәләнергә тейеш. Улар араһына эскерһеҙ, үҙенә ышаныс белдергән халыҡ өсөн хеҙмәт итергә әҙер кешеләр эләгергә тейеш.

темалар: БР Президенты