10 декабрь, Шәмбе

23 август 2010 йыл, 14:25

26 августа Өфөлә төҙөлөштә техник көйләү мәсьәләләре буйынса конференция-семинар үтәсәк

автор: Эльвира Латипова

26 августа Өфөнөң Конгресс-холында төҙөлөш тармағында техник көйләү мәсьәләләренә арналған конференция-семинар үтәсәк.

Форумда Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығы, Экология, технология һәм атом күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәт, «НОСТРОЙ» Рәсәй федерацияһы төҙөүселәре милли берекмәһе, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре, төҙөлөш һәм проект ойошмалары етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашасаҡ.

Төҙөлөш баҙарында ҡатнашыусылар техник регламенттар, «Биналар һәм ҡоролмаларҙың хәүефһеҙлеге тураһында»ғы Федераль законды ғәмәлгә ашырыу, тармаҡты техник көйләүҙең яңы системаһына күсереү тураһында фекер алышасаҡ. Белгестәр шулай уҡ ғәмәлдә булған стандарттар, ҡағиҙәләр, санитар нормалар һәм санитар ҡағиҙәләр хаҡында һөйләшәсәк.

Төҙөлөш комплексы предприятиелары белгестәре һөйләшеүҙә ҡатнашыуға саҡырыла. Форумда ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса «Төҙөлөш компаниялары төркөмө» коммерциялашмаған партнерлыҡ» үҙ-үҙен көйләүсе ойошмаһына (347) 246-18-81 телефоны буйынса йәки pto@npsrogsk.ru электрон почтаһы аша мөрәжәғәт итергә.

темалар: анонс