9 декабрь, Йома

20 август 2010 йыл, 15:12

Өфөнөң махсус тәғәйенләнеш отряды яугирҙарына Рәсәй Геройы исеме бирелде

автор: Ольга Мортазина | фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығы

Рәсәй Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең Өфөләге 29-сы отряды спецназсылары Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Был майор Николай Злобин, лейтенант Павел Петрачков (үлгәндән һуң).  

Злобин менән Петрачков 2010 йылдың 4-5 февралендә Чечняла хеҙмәт иткән ваҡытта батырлыҡ күрһәтә: Өфөнөң «Булат» отряды Урус-Мартан районында боевиктарҙың нығытылған ҡышҡы базаһын таба. Ҡаты алыш башлана, уның барышында махсус тәғәйенләнеш төркөмөнөң 30 йәшлек командиры Павел Петрачков һәләк була. Ул базаға граната ташларлыҡ араға яҡынлаша, уны ырғыта һәм  ике пуля шул уҡ секундта уның күкрәген һәм башын тишеп үтә.

Операция менән етәкселек иткән майор Злобин отрядҡа ситкә, уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк һыҙыҡҡа китергә приказ бирә, ә үҙе яугирҙарын ҡапларға тороп ҡала. Офицер күкрәгенә ауыр яра ала, әммә атышыуын дауам итә. Спецназсылар кире килеп, командирҙарын уттан алып сыға, ә хәрби табиптар уның ғүмерен ҡотҡара.

Ошо уҡ яуҙа радиоразведка расчеты начальнигы 33 йәшлек өлкән прапорщик Айрат Ғәләүов, 22 йәшлек егеттәр — махсус тәғәйенләнеш отрядының штурм отделениеһы командиры, кесе сержант Илгиз Ғасимов һәм штурм отделениеһының уҡсыһы ефрейтор Антон Байгозин һәләк була. Өфө отрядының йәнә дүрт яугиры яралана.