9 декабрь, Йома

20 август 2010 йыл, 14:05

Рөстәм Хәмитов: БР Хөкүмәтендә тоталь таҙартыу булмаясаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм төбәктең башҡа власть структуралары кадрҙарҙы тоталь «таҙартыу» менән шөғөлләнергә тейеш түгел. Шундай белдереү яһаны бөгөн «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең «Модернизациялауҙың төбәк аспекттары: яңы кешеләр, яңы ҡарарҙар» форумындағы сығышында төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов.

— Республикала дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт институттарын модернизациялауҙы, шулай уҡ уларҙың кадрҙар составын яңыртыуҙы күҙаллаған административ реформа үткәреү көтөлә,— тине Рөстәм Хәмитов. — Һәм бында беҙ «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кадрҙар резервы — илдең профессиональ командаһы» проектына ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.  Әммә шул уҡ ваҡытта билдәләп үткем килә: яңы етәксе тәғәйенләнгәндән һуң дәүләт органдарында кадрҙарҙы тоталь таҙартыу практикаһы онотолорға тейеш.  XIX быуатта уҡ «Табыш — еңеүсегә» исемен алған кадрҙар сәйәсәтенең был стиле АҠШ-та һөҙөмтәһеҙ тип табылған һәм закон менән тыйылған. Беҙ был юлдан бармаясаҡбыҙ. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте нигеҙҙә урындағы кадрҙар иҫәбенә формалашҡан һәм артабан да шулай формалашасаҡ. Шул иҫәптән беҙ йәш белгестәргә лә таянасаҡбыҙ. Иң мөһиме – улар һәйбәт профессионал булырға һәм республика алдында торған мәсьәләләрҙе хәл итә алырға тейеш.

темалар: БР Президенты