Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.41 ↓

EUR 69.64 ↑

28 июль, Йома

Уфа   °

Журналистарҙы финанс-иҡтисади тематиканы иң яҡшы яҡтыртыуға конкурста ҡатнашырға саҡыралар

Иҡтисад

Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында финанс-иҡтисади темаларҙы иң яҡшы яҡтыртыуға республика журналистары араһында йыл һайын ижади конкурс үтә.  

Конкурс БР Милли банкы ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһы Кредит ойошмалары ассоциацияһы менән ойошторола.  Уның маҡсаты – төбәктең банк секторына ҡарата ыңғай йәмәғәтселек фекерен формалаштырыу һәм халыҡтың финанс яҡтан мәғлүмәтлелеген арттырыу буйынса эштәрҙе әүҙемләштереү.

Ойоштороу комитеты хәбәр итеүенсә, заявкалар һәм конкурс материалдары Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы урамы, 78-се йорт, 2-се ҡат, БР Кредит ойошмалары ассоциацияһы адресы буйынса 2011 йылдың 1 февраленә тиклем ҡабул ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть