Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Сибайҙа ябыҡ һырғалаҡ төҙөлөшө тамамлана

Иҡтисад

Сибайҙа яһалма боҙ менән япма һырғалаҡ төҙөлөшө тамамланып килә. Яңы спорт объекты олимпия резервын әҙерләүсе профилле үҙәк буласаҡ.

— Һырғалаҡты асыу ағымдағы йылдың октябренә планлаштырыла, — тине Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының әйҙәүсе советнигы Римма Чередник. – Һырғалаҡ төҙөлөшөнә "2006-2015 йылдарҙа физкультура һәм спорт үҫеше" федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә 60 миллион һум бүленгәйне. Йәнә 128 миллион – республика ҡаҙнаһынан.  

Уның әйтеүенсә, яңы һырғалаҡ балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡыусыларына хоккей һәм шорт-трек менән шөғөлләнеү өсөн уңай буласаҡ. Боҙҙа шөғөлләнергә теләгән ҡала халҡы ла билдәле сәғәттәрҙә был арена менән файҙалана аласаҡ.

Боҙ майҙансығының үлсәме — 30-ға 60 метр. Уға ике ҡатлы төкәтмә өҫтәп төҙөлгән, унда өҫтәмә бүлмәләр, шул иҫәптән тренажер залы урынлашҡан.

Һырғалаҡтың проектын «Башкиргражданпроект» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте әҙерләгән. Төҙөлөш эштәрен объектта «ПМК-Баймаҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть