Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Урында запас частар етештереү сит ил техникаһын файҙаланыуҙы арзанайтты

Иҡтисад

Сит илдән ҡайтарылған ҡыйбатлы ауыл хужалығы техникаһына запас частарҙы урындағы предприятиеларҙа етештереү һәм туҙған деталдәрҙе тергеҙеү сығымдарҙы ярайһы кәметергә мөмкинлек бирә. Башҡортостан 700-ҙән ашыу деталь һәм быуындарҙы сит илдә һатып алыуҙан баш тартты.

Импорт техниканы файҙаланыуҙы арзанайтыу мәсьәләһе менән машина-технология станциялары менән берлектә БР Ауыл хужалығы министрлығы шөғөлләнә.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта сит илдә етештерелгән иген урыу комбайндарының һәм үҙйөрөшлө сапҡыстарҙың двигателдәрендә үҙебеҙҙә етештерелгән мотор майын файҙаланыу буйынса һынауҙар алып барыла. Был средстволарҙы экономиялауҙың йәнә бер ысулы. Баҫыу эштәре тамамланғас, мотор майын артабан файҙаланыу тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть