9 декабрь, Йома

20 август 2010 йыл, 10:31

Күрше төбәктәр биләмәһендә Башҡортостан 32 мең тонна мал аҙығы әҙерләне

автор: Эльвира Латипова

100-гә яҡын механизацияланған бригада күрше төбәктәр биләмәһендә, атап әйткәндә, Пермь крайында, Свердловск, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләрендә, Башҡортостан малсылығы ихтыяжы өсөн мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл.  Бөгөнгө көндә республиканан ситтә 32 мең тонна тупаҫ мал аҙығы әҙерләнгән.  

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 18 авгусҡа ҡарата Башҡортостанда 455 мең тонна бесән (пландың 62 проценты) һәм 1,4 миллион самаһы тонна сенаж (61 процент) һалынған. Шулай уҡ 438 мең тонна һалам, 21 мең тонна япраҡ аҙыҡ, 56 мең тонна төрлө үлән эҫкерткә һалынған. Әлеге ваҡытта малсылар менән шартлы мал башына 14,2 центнер мал аҙығы берәмеге күләмендә мал аҙығы әҙерләнгән.

Республиканың машина-технология станциялары көсө менән Урал аръяғының шәхси ярҙамсы хужалыҡтарына һалам әҙерләү һәм ташып биреү эштәре башҡарыла.