6 декабрь, Шишәмбе

19 август 2010 йыл, 17:46

Ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөүгә Башҡортостан 3,088 миллиард һум күләмендә бюджет кредиты алды

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан аномаль эҫе һауа шарттары һәм ҡоролоҡ менән бәйле ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен йырып сығыуға өҫтәмә финанс ярҙамы — өс миллиард 88 миллион һум алды. Бөгөн БР Ауыл хужалығы министрлығында ведомство башлығы Азат Йыһаншин үткәргән кәңәшмә тап ошо ҡаҙна кредитын нисек файҙаланыу мәсьәләһенә арналды. Кәңәшмәгә муниципаль район хакимиәттәре вәкилдәре саҡырылды, тип хәбәр итте БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Иген фуражы, орлоҡ, икмәк бешереү предприятиеларына он, шулай уҡ лизинг шарттарында мал һәм малсылыҡ өсөн ҡорамалдар, ауыл хужалығы техникаһын һатып алыу бюджет займын файҙаланыуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәре тип аталды.

Бюджет средстволарын һөҙөмтәле ҡулланыу өсөн махсус яуаплылыҡ ҡаралған, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Азат Йыһаншин.