9 декабрь, Йома

19 август 2010 йыл, 17:03

Өфөлә Нур Сәйфуллин хаҡында китап сыҡты

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә һәләтле етәксе, ғалим, сәнәғәттә эшләүсе, Рәсәй Федерацияһының почетлы нефтехимигы Нур Сәйфуллиндың иҫтәлегенә арналған китап сыҡты.

«Тормош дауам итә…» китабын Нур Рәшит улының бер туған ағаһы Салауат Рәшит улы Сәйфуллин яҙған. Уны нәшер итеүҙә Нур Рәшит улының бик күп хеҙмәттәштәре, дуҫтары, туғандары ҡатнашҡан. Был һоҡланғыс кеше туғандарының һәм яҡындарының, хатта уның менән эш буйынса бәйле булған кешеләрҙең йөрәгендә сағыу эҙ ҡалдырған.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Нур Сәйфуллин БР сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министрының беренсе урынбаҫары булды. Уның ғүмере 2007 йылда фажиғәле рәүештә өҙөлдө. Нур Рәшит улына 60 йәше тулыуға күп ҡалмағайны.

Китапта Нур Сәйфуллиндың тормош юлы, тыуған ауылы, уның ғалим һәм етәксе булараҡ үҫеүе тураһында бәйән ителә. Туғандары, хеҙмәттәштәре, дуҫтары үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлаша.

Китапты Өфө китапханаларында табырға, шулай уҡ китап магазиндарында һатып алырға мөмкин.

темалар: хәтер, нәшриәт