5 декабрь, Дүшәмбе

19 август 2010 йыл, 13:39

Аграрийҙар шартлы мал башына 14,2 центнер мал аҙығы берәмеге иҫәбенән мал аҙығы әҙерләгән

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостанда мал аҙығын әҙерләү дауам итә. 18 авгусҡа ҡарата шартлы мал башына 14,2 центнер мал аҙығы берәмеге иҫәбенән мал аҙығы әҙерләнгән.  Алдынғы урында — Яңауыл районы, уларҙа был күрһәткес  22 центнер тәшкил итә, артынса Борай (19,4), Саҡмағош (19), Стәрлетамаҡ (18,8), Өфө (18,5) райондары килә.

— Урал аръяғында хәлдәр ауыр ине, әммә хәҙер барыһы ла үҙгәрҙе, — ти Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин. – Әлегә мал аҙығы берәмектәре әҙерәк, әлбиттә, әммә ошо аралағы айҙарҙа был хәлдең яҡшырыуына өмөтләнәбеҙ.