Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда игендең уртаса уңышы – гектарынан 8,9 центнер

Иҡтисад

18 авгусҡа ҡарата тулайым урып һуғылған иген Башҡортостанда 722 мең тонна тәшкил итте. Ашлыҡ йыйыу 91 процентҡа үтәлде. Иген культураларының уртаса уңышы төбәктә ҡоролоҡ арҡаһында гектарынан ни бары 8,9 центнер тәшкил итте.

Сағыштырыу өсөн: уҙған йылдың ошо уҡ көнөнә ҡарата урып һуғылған иген шул уҡ күләмдә булған – 725 мең тонна, әммә ул майҙандарҙың ни бары 35 процентынан йыйып алынған.

— Иң юғары уңыш – Саҡмағош районында: гектарынан 15 центнер, — ти БР ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин, — Өфө районында – 14, Дүртөйлөлә – 13.

Быйыл йәй Әбйәлил, Учалы, Баймаҡ, Асҡын, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондарында иген бигерәк аҙ йыйыла.

30 район хужалыҡтары ужым арышын сәсеүгә төштө.

— Быйылғы йылда ужым арышы менән уҙған йылға ҡарағанда 25 процентҡа күберәк майҙанды сәсеү планлаштырыла ине, әммә дым етешмәй, һәм эш туҡталып ҡалды. Яҡын арала ямғырҙарға өмөтләнәбеҙ, — тип хәбәр итте Ауыл хужалығы министрлығы башлығы.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть