5 декабрь, Дүшәмбе

19 август 2010 йыл, 12:07

Рөстәм Хәмитов: Федераль вазифаларға республика кешеләре лә ҡуйылырға тейеш

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, республиканың кадрҙар потенциалы федераль вазифаларҙа ла урын алырға тейеш, тип иҫәпләй.

— Беҙҙә федераль власть вәкиле булырлыҡ лайыҡлы кешеләр бар, — тине ул кисә журналистар менән әңгәмәһендә.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, был мәсьәләне ул Өфөгә яҡын арала килгәнендә РФ Президенты Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Владислав Сурков менән тикшерергә әҙер.

Президент шулай уҡ Башҡортостандың яңы Хөкүмәтен формалаштырғанда федераль үҙәктән дә, башҡа төбәктәрҙән дә бер ниндәй ҙә баҫым яһалмауын белдерҙе.

— Миңә быны ишетеүе үтә үкенесле һәм бындай мәғлүмәт таратҡан кешеләр өсөн оят, — тине ул.

темалар: БР Президенты