3 декабрь, Шәмбе

19 август 2010 йыл, 11:07

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Президенты тип аталыуҙан баш тартырға йыйынмай

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Илдар Ғәлләмов

— Эйе, ысынлап та, ҡайһы бер төбәктәрҙә бөгөн киң мәғлүмәт сараларында Президент вазифаһын икенсе төрлө атау тураһында һүҙ алып барыла, — тине ул кисә журналистар менән аралашҡанда, — Бер нисә республика башлығы был фекерҙа хуплап сығыш яһаны. Әммә мин төбәк менән ни бары бер ай етәкселек итәм. Был вазифаға тап Президент булараҡ тотондом, һәм үҙемдең халҡыма тоғролоҡ антын да мин, ҡулымды Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына һалып, шулай уҡ Президент булараҡ бирҙем. Мин әйткән һүҙемде тота торған кеше, һәм шуға күрә минең тәжрибәле хеҙмәттәштәрем кеүек беҙҙең республикалағы юғары вазифалы кешенең исемен үҙгәртеү тураһында ҡарарҙы улай еңел генә ҡабул итә алмайым.  Әгәр тейешле закон федераль кимәлдә ҡабул ителгән булһа, ул ваҡытта, әлбиттә, мин уға эйәрер инем. Әммә Башҡортостан башлығына нисек аталыу мәсьәләһендә барыһы ла минең һайлауымдан тора икән, был вазифа исеменә ҡабалан рәүештә үҙгәрештәр индермәҫ инем. Миңә был турала тәүҙә ентекле уйларға, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һәм республикалағы башҡа абруйлы кешеләр менән кәңәшләшергә кәрәк.

темалар: БР Президенты