6 декабрь, Шишәмбе

19 август 2010 йыл, 10:13

Башҡортостан Хөкүмәтендә алданған өлөшсөләр проблемаларына арналған кәңәшмә үтәсәк

автор: Юлай Мәғсүмов

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Президенты Рөстәм Хәмитов рәйеслегендә торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыусылар проблемаларына арналған кәңәшмә үтәсәк.

Был көнүҙәк мәсьәлә төбәктең яңы етәкселегенең күҙ уңына беренсегә генә эләкмәй. 2 августа уҡ, Хөкүмәттең тәүге кәңәшмәләренең береһендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов был темаға иғтибарҙы көсәйтергә ҡушҡайны. Ул ваҡытта төбәк башлығы профилле министрлыҡтарға һәм проблемалы муниципалитеттарға был ябай булмаған һорауҙы хәл итеүҙең бер нисә вариантын әҙерләү бурысын йөкмәтте.