Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Стәрлетамаҡта яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә

Иҡтисад

Стәрлетамаҡта физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә. Был маҡсатҡа "2006-2015 йылдарға Рәсәй Федерацияһында физкультура һәм спортты үҫтереү" федераль маҡсатлы программаһы буйынса металл конструкциялар, төп панелдәр һәм ҡыйыҡ ябыу материалдары һатып алыуға аҡса бүленгән. Йәмғеһе — 30 миллион һум.

Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының әйҙәүсе советнигы Римма Чередниктың хәбәр итеүенсә, әлеге мәлдә РФ Спорт һәм туризм министрлығына физкультура-һауыҡтырыу комплексының спорт залы өсөн уйын ҡорамалдары һатып алыуҙы финанслауҙы һорап ебәрелгән заявка буйынса ниндәй ҡарар ҡабул итеүҙәре көтөлә. Бынан тыш, спорт үҙәге ҡарамағындағы һырғалаҡҡа яһалма боҙ етештереү өсөн ҡорамал һатып алыуҙы финанслауға ла заявка бирелгән.

—Объект төҙөлөшөнә шулай уҡ Башҡортостан ҡаҙнаһынан 60 миллион һум бүленгән, — тине Римма Чередник. – Физкультура-һауыҡтырыу комплексын сафҡа индереү киләһе йылға планлаштырыла. Эштәрҙе «Стерлитамакстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара. Комплекс проектын «Башкиргражданпроект» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте архитекторҙары эшләгән.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть