Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Белгестәр Өфөләге иң яҡшы йәйге кафены билдәләйәсәк

Иҡтисад

Өфөлә «Иң яҡшы йәйге кафе» ҡала конкурсының икенсе этабы дауам итә. Ул 10 августан 30-ына тиклем барасаҡ, унан һуң комиссия өс номинацияла иң яҡшы йәйге кафеларҙы билдәләйәсәк.

Конкурстың беренсе этабы Өфө ҡалаһы ҡала округының район хакимиәттәрендә 10 — 30 июлдә үтте. Белгестәр әйтеүенсә, быйылғы экстремаль эҫе йәй асыҡ һауала урынлашҡан бар кафеларҙың да эшен ҡатмарлаштырған. Шулай ҙа абруйын һаҡлаған үҙ һөнәрҙәренең оҫталары йәмәғәт туҡланыу предприятиелары үтәргә тейешле ҡағиҙә һәм талаптарҙы теүәл башҡарған.  

Өфө хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙары идаралығы мәғлүмәтенән билдәле булыуынса, республиканың баш ҡалаһы биләмәһендә әлеге ваҡытта 152 йәйге кафе, шул иҫәптән стационар йәмәғәт туҡланыу предприятиелары ҡарамағында – 87, үҙәк майҙандарҙа – 40, мәҙәниәт һәм ял парктары биләмәләрендә 25 кафе эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть