Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

«Өфө-Арена»ның икенсе сиратын төҙөүгә өҫтәмә финанстар талап ителә

Иҡтисад

Өфөлә “Өфө-Арена” универсаль спорт комплексының икенсе сираты төҙөлә. Проект "2006-2015 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһында физкультура һәм спорт үҫеше" Федераль маҡсатлы программаһына ярашлы финанслана.

Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының әйҙәүсе советнигы Римма Чередниктың хәбәр итеүенсә,  РФ Спорт һәм туризм министрлығына 100 миллион һум суммалыҡ өҫтәмә финанс средстволары бүлеүҙе һорап заявка биреү планлаштырыла.

— Федераль маҡсатлы программа буйынса төҙөлөш эштәренә — 100 миллион һум, республика ҡаҙнаһынан 135 миллион һум йүнәлтелгәйне, — тине ул. -  Әгәр өҫтәп аҡса алһаҡ, төҙөлөштө 2011 йылдың октябрь-ноябрендә тамамлай аласаҡбыҙ.  

"Өфө-Арена"ның икенсе сираты 900 тамашасы һыйҙырышлы трибунаны һәм боҙ һырғалағын үҙ эсенә ала. Боҙ майҙансығы хоккей уйнар өсөн генә түгел, башҡа спорт төрҙәре өсөн дә тәғәйенләнгән, шулай уҡ концерттар үткәреүҙә лә файҙаланыла ала. Бынан тыш, күп ҡатлы машиналар ҡуйыу урыны һәм спортсылар сәләмәтлеген тергеҙеү үҙәге төҙөләсәк.  Объект төҙөлөшө менән  “Башуралэнергострой” холдинг компанияһы шөғөлләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть