3 декабрь, Шәмбе

18 август 2010 йыл, 16:15

Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре өс көн янғын һүндергән

автор: Ольга Мортазина

Йәкшәмбе көнө иртәнге етелә бөтә ир-егеттәрҙе — республиканың Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәрен хәүеф сигналы буйынса уяттылар. Ике сәғәттән һуң улар Белорет районына ҙур янғынды һүндереүгә китеп бара ине инде: Исҡушты ауылы янында, Силәбе өлкәһе менән сиктәш ерҙә, 64 гектарҙа урман яна.  

— Эш шунда: ҡайһы ваҡыт үтә ҙур янғындар менән көрәшкә урмансыларҙың ғына көстәре етмәй, һәм шул саҡта беҙ уларға ярҙамға сығабыҙ,  — тип һөйләне ведомствоның матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин. — Палаткаларҙа өс төн йоҡланыҡ, көн дауамында янғынға ҡаршы эштәр менән шөғөлләндек: урман һыҙаттарын ҡаҙҙыҡ, төтәп ятҡан урындарҙы тапаныҡ, тау шишмәләренән һыу ташып ҡойҙоҡ.

Министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, һалҡын көндәр башланғас тәбиғи янғындар менән бәйле хәлдәр яҡшы яҡҡа үҙгәргән: әгәр элек көн һайын 14-15 янғын теркәлһә, бөгөнгө көндә 400 гектар майҙанда 4 янғын һүндерелмәй ҡалған. Улар барыһы ла ҡулса эсенә алынған һәм ошо арала һүнделереп бөтөргә тейеш.

темалар: янғындар