9 декабрь, Йома

18 август 2010 йыл, 16:00

Өфө Нуриман районына «Урал» янғын һүндереү машинаһын бүләк итте

автор: Ольга Мортазина

Нуриман районы янғын һүндереүселәренә быйыл йәй ауырға төштө: әйләнгән һайын уларға ҡоро үләнде һүндереүгә йәки шәхси секторҙағы янғындар менән көрәшкә сығырға тура килде. Район ҙур территорияны биләй, урындағы янғын һүндереүселәрҙең генә ресурстары етмәгәс, уларға Өфө гарнизоны ла ярҙам күрһәтте. Бының проблеманы ваҡытлы ғына хәл итеү икәнен аңлап, район башлығы янғын һағының матди базаһын нығытыуҙы һорап Өфө мэрына мөрәжәғәт итте. Нуриманлыларға «Урал» шассиһында автоцистерна бүлеп бирелде. Махсус техника тулыһынса йыһазландырылған һәм файҙаланыуға әҙер.