9 декабрь, Йома

18 август 2010 йыл, 14:59

Салауат Сәғитов Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде

автор: "Башинформ"

2010 йылдың 13 авгусында Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев Салауат Сәғитовты БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан күсереү тәртибендә Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләне.

Биографик белешмә: Салауат Тәлғәт улы Сәғитов 1977 йылдың 22 апрелендә Өфөлә тыуған. Юғары белемле, Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған, социология фәндәре кандидаты.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1999 йылда Өфө ҡалаһы хакимиәтендә баш белгес булып башлай. 2000-2003 йылдарҙа – Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы урынбаҫары. 2003-2008 йылдарҙа – Өфө хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе.

2008-2009 йылдарҙа – БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе.

2009-2010 йылдарҙа – БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры урынбаҫары.

Салауат Сәғитов – Башҡортостан Республикаһы фән һәм техника өлкәһендә дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.