3 декабрь, Шәмбе

18 август 2010 йыл, 14:34

«Информреклама» нәшриәтендә Башҡортостан ҡалаларының күренештәре менән открыткалар серияһы сыҡты

автор: Любовь Колоколова

Өфөнөң «Информреклама» нәшриәтендә Башҡортостан ҡалалары – Стәрлетамаҡ һәм Туймазы күренештәре менән открыткалар серияһы донъя күрҙе.

Һәр комплектта 16-шар открытка. Уның артында һүрәтләнгән объекттар хаҡында мәғлүмәт кенә түгел, фото авторҙарының фамилиялары ла бирелгән.

«Информреклама» нәшриәте директоры Хәмит Алпаровтың хәбәр итеүенсә, открыткалар йыйылмаһы элегерәк нәшер ителгән  сағыу «Стәрлетамаҡ» һәм «Туймазы» фотоальбомдарына өҫтәмә кеүек ҡабул ителә.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, быйыл бер юлы ике дата — Туймазы районының 80 йыллығы һәм Туймазы ҡалаһының 50 йыллығы билдәләнәсәк. Туймазыға бағышланған открыткаларҙа уның иҫтәлекле урындары тураһында белешмәләр һәм белгестәр аңлатмалары бирелгән.

«Стәрлетамаҡ» комплекты күләме буйынса Башҡортостандың икенсе ҡалаһы булған Стәрлетамаҡ тормошо һәм иҫтәлекле урындары хаҡында мәғлүмәт бирә.

Хәмит Алпаров фекеренсә, бындай комплекттар открыткалар йыйыусыларға ла, республика ҡунаҡтарына ла ҡыҙыҡлы буласаҡ. Матур булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар ҡиммәт түгел.

темалар: нәшриәт эше