5 декабрь, Дүшәмбе

18 август 2010 йыл, 17:44

Свердловск бизнесы Башҡортостан партнерҙары менән һөйләшеүгә килә

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан менән Свердловск өлкәһе эшҡыуарҙарының ике яҡлы бизнес-форумы Өфөлә 24 августа үтәсәк.

Бизнес-форум – күрше өлкә делегацияһының 23-25 авгусҡа планлаштырылған визиты программаһының үҙәк өлөшө. Һөйләшеүҙәр БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығында үтәсәк.

«Башинформ» агентлығына БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Свердловск өлкәһе бизнесы Өфөлә машиналар эшләү, металл эшкәртеү, нефть табыу һәм эшкәртеү предприятиелары, төҙөлөш компаниялары, мебель, иретеп-йәбештереү материалдары һәм техникаһы, медицина һәм геодезия ҡорамалдары, юл төҙөлөшө һәм коммуналь техника, төрөү материалдары етештереүселәр менән күрһәтеләсәк.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы республиканың күршеләр менән хеҙмәттәшлекте яйға һалырға теләгән эшҡыуарҙарын бизнес-форумда ҡатнашырға саҡыра.