9 декабрь, Йома

18 август 2010 йыл, 9:24

Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы Президентының тыуған көнө

автор: "Башинформ"

Бөгөн Рөстәм Хәмитов үҙенең 56 йәшен һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһында беренсе тыуған көнөн билдәләй.

Рөстәм Зәки улы 1954 йылдың 18 авгусында Кемерово өлкәһенең Ленинск-Кузнецк районы Драченино ауылында тыуған. Башҡорт АССР-ының Балтас районы Штәнде ауылында үҫкән. Ә биографияһының үҫмерлек этабы Өфөлә тамамлана, ул унда 1971 йылда аттестатта инглиз теленән бер бөртөк дүртле менән урта мәктәпте тамамлай (ҡалғандары –  бишле).

БР Президентының Интернеттағы үҙенең блогында яҙыуынса, ул Өфөнөң  «Труд» стадионында спорт гимнастикаһы менән шөғөлләнгән һәм «беренсе разряд нормативын тотороҡло үтәгән», ә ҡулда әле лә тора ала, шулай уҡ футбол һәм хоккейҙа яҡшы уйнаған.  

Алыҫ 1971 йылда, үҙе әйтеүенсә, «фанерҙан яһалған сумаҙан һәм бер өйөм китап менән» Мәскәүгә Н.Э.Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училищеһына килә. Бер урынға ун кешелек конкурстан үтеп, «Осоу аппараттары двигателдәре» белгеслеге буйынса уҡырға инә. Һәйбәт уҡый, факультет ансамблендә гитарала уйнай. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң Өфөгә, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә йүнәлтелә, йыйыу цехында мастер булып эшләй. Мәмерйәләргә, тауҙарға походтарға күп йөрөй, йылғалар буйлап һалда ағып төшә. Президенттың хәләл ефете — Гөлшат, ул функциональ диагностика табибы. Хәмитовтар 30 йыл бергә. Улы һәм ҡыҙы ҙур инде, Мәскәүҙә йәшәй. Әлегә ейән-ейәнсәрҙәре юҡ.  

Президенттың әсәһе Рәйсә Сөнәғәтулла ҡыҙы Штәнделә йәшәй, ә атаһы Зәки Сәлим улы 1993 йылда вафат булған. Әйткәндәй, оло Хәмитов техник фәндәр докторы булған, улының да шундай уҡ дәрәжәһе бар.

Өфө моторҙар эшләү берекмәһенән яҙмыш Рөстәм Хәмитовты Өфө авиация институтына алып килә. Инженер, кесе ғилми хеҙмәткәр, төп ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.  

«Конверсия» башланғас, авиация двигателдәрен ерҙә файҙаланыу буйынса  лабораторияны етәкләй. Артабан Бөтә Союз магистраль торба үткәргестәр төҙөлөшө буйынса ғилми-тикшеренеү институтының Көнсығыш филиалында (Өфө ҡалаһы) фәнни-производство бүлегенә етәксе итеп тәғәйенләнә.  

1990 йылда Рөстәм Хәмитов Башҡорт АССР-ның Юғары Советы депутаты итеп һайлана, унда Юғары Советтың Экология һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу буйынса комиссияһы рәйесе вазифаһын башҡара.

1993 — 1994 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы ғәмәли экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу институты директоры (Өфө ҡалаһы).

1994-1996 йылдарҙа Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, тәбиғәттән файҙаланыу, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса министрлығына етәкселек итә. 1996 — 1999 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм экологик именлек буйынса министры.

1999 йылда Рөстәм Хәмитов Мәскәүгә китә һәм унда РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү департаментын етәкләй.

2000 йылда Рөстәм Хәмитов РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспекторы итеп тәғәйенләнә, артабан РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы була.

2003-2004 йылдарҙа Рөстәм Хәмитов – РФ һалымдар һәм йыйымдар буйынса министрлығының эре һалым түләүселәр буйынса 4-се төбәк-ара инспекцияһы етәксеһе, РФ Һалымдар һәм йыйымдар буйынса министрлығының Эре һалым түләүселәр идаралығы начальнигы.

2004 йылда Рөстәм Зәки улы Хәмитов Федераль һыу ресурстары агентлығы етәксеһе итеп тәғәйенләнә.

2009 йылда «РусГидро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары булып эшләй.

2010 йылдың 15 июлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Д.А.Медведев Указы менән Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. 2010 йылдың 19 июлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты менән тәҡдим ителгән Рөстәм Хәмитов кандидатураһы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарында хуплау таба һәм уға Башҡортостан Республикаһы Президенты вәкәләттәре йөкмәтелә.

Республикаға бер ай етәкселек иткән арала яңы башлыҡ күп нәмә эшләп өлгөрҙө – Хөкүмәт эшен ойошторҙо, дәүләт сәйәсәтендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләне, Интернетта блог асты һәм башҡа төрлө эш башҡарҙы. Үҙенең интервьюларының береһендә Рөстәм Зәки улының көсөргәнешлек һәм эштәрҙең күплеге буйынса яңы вазифалағы тәүге айын теүәл бер йыллыҡ эш менән сағыштырыуы осраҡлы түгел. Рөстәм Хәмитов һәр ваҡыт асыҡтан-асыҡ аралашыу яҡлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Бына бөгөн дә, үҙенең тыуған көнөндә, Башҡортостан Президенты Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалында, «Юлдаш» һәм «Спутник FM» радиостанцияларында республика халҡы менән аралашыу өсөн тура эфирға сыға. Трансляция киске 8-ҙә башлана.

темалар: БР Президенты