3 декабрь, Шәмбе

18 август 2010 йыл, 10:43

Республиканың ҡоролоҡтан зыян күргән райондарына мал аҙығы әҙерләү өсөн техника ебәрелгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан райондарында һәм унан ситтә  пресланған бесән һәм һалам әҙерләүҙә ауыл хужалығы предприятиеларының 64 пресс-йыйыусыһы һәм 58 йөк тейәүсе механизмы йәлеп ителгән. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тупаҫ мал аҙығын преслауҙа республика машина-технология станцияларының 100-ҙән ашыу пресс-йыйыусыһы эшләй. Шулай уҡ республиканың ҡоролоҡтан зыян күргән райондарында йәшәүсе граждандарҙың шәхси хужалыҡтарын мал аҙығы менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтелә.    

Әҙер тупаҫ мал аҙығын транспортлауҙа көн һайын 400 самаһы йөк машинаһы ҡатнаша, улар ауыл хужалығы ойошмаларына һәм шәхси хужалыҡтарға 30 мең тоннанан ашыу бесән һәм һалам ташыған.

Ошонан алда БР ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин райондарҙан ситтә мал аҙығы әҙерләүҙең һәм райондарға ҡайтарыуҙың аҡрын алып барылыуын билдәләп, был эште мөмкин тиклем тиҙләтеү бурысын ҡуйғайны.

темалар: ауыл хужалығы