Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Башинформ» фекер алышыу өсөн «Педсовет-2010» майҙансығын асты

Йәмғиәт

Педагогтарҙың республика кәңәшмәһе алдынан «Башинформ» агентлығы сайтында мәғарифтың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған фекер алышыу майҙансығы асылды. Виртуаль педсовет ябай интернет файҙаланыусыларына үҙе тураһында белдерергә, бөгөнгө көндә мәктәптең булған проблемалары хаҡында һөйләргә мөмкинлек бирәсәк.

2010 йылда Уҡытыусы йылын үткәреү, «Беҙҙең яңы мәктәп» милли белем биреү инициативаһын ғәмәлгә ашырыу, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләүҙең яңы системаһын индереү, дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарты талаптарын ғәмәлгә ашырыу, «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында» яңы закон проектын тикшереү бәхәс ҡороу майҙансығында тикшереү өсөн төп темалар буласаҡ.

Мөхәрририәт барығыҙҙы ла ошо һорауҙарҙы тикшереүгә ҡушылырға саҡыра. Шулай уҡ мәғариф системаһындағы башҡа проблемалар буйынса фекерҙәрегеҙҙе һәм уларҙы хәл итеү буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе лә көтәбеҙ. «Педсовет-2010» дискуссия майҙансығы «Башинформ» сайтында 2010 йылдың 30 авгусына ҡәҙәр эшләйәсәк.

http://bashinform.ru/content/static/pedsovet_report.php

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть