3 декабрь, Шәмбе

17 август 2010 йыл, 16:32

18 августа Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа – Рөстәм Хәмитов

автор: Николай Ермоленко

18 августа Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында тура эфирҙа  буласаҡ. Республиканың төп телевизион каналында сығыш яһау идеяһы республика башлығында Интернеттағы үҙенең блогында диалог алып барған ваҡытта тыуған. «Һеҙҙең әйтеүегеҙ буйынса 18 августа Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирға сығам», — тип хәбәр итте Президент бер нисә көн элек. Меңләгән тамашасы менән йәнле аралашыуҙы ул бының өсөн шәхси пландарҙан баш тартырлыҡ етди эш тип атаны.  

Республиканың һәр кешеһе Рөстәм Хәмитовҡа шылтыратып,  теләгән һорауын бирә ала.

Тура эфир киске сәғәт 8-ҙә башлана.

темалар: анонс