9 декабрь, Йома

17 август 2010 йыл, 15:42

Йәштәр театрының "болото” йәнә фестивалгә бара

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театрының «Ночевала тучка золотая» спектакле йәнә фестивалгә бара. Был юлы Һамарға, театр  IX “Алтын шалҡан” халыҡ-ара театр фестивале-лабораторияһына саҡырылған.  Ул 8 — 13 сентябрҙә үтәсәк.

"Алтын шалҡан"ды Париж театры асырға тейеш. Француздар Пушкин исемендәге скверҙа асыҡ майҙанда тамаша күрһәтәсәк, тип хәбәр итә «Аргументы и факты — Самара» гәзите. Фестивалдә шулай уҡ Санкт-Петербургтың Брянцев исемендәге Йәш тамашасылар театры, "Практика" театры (Мәскәү), Киров ҡалаһының Йәш тамашасылар театры, Рәсәй академия йәштәр театры (Мәскәү), Силәбенең Йәш тамашасылар театры, Алтай йәштәр театры, "2 +Ку" йәнле ҡурсаҡтар театры (Томск), М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Екатеринбург йәш тамашасылар театры, Мәскәү балалар камерный театры, "СамАрт" театры һәм башҡалар ҡатнаша.

“Алтын шалҡан"дың һуңғы көнөндә түңәрәк өҫтәл үткәреү планлаштырыла, унда фестивалгә йомғаҡ яһаласаҡ. Шулай уҡ 4-7 сентябрҙә "Йәш режиссура" лабораторияһында ҡатнашҡан актерҙар һәм режиссерҙарҙың унда отчет менән сығыш яһауҙары көтөлә.