3 декабрь, Шәмбе

17 август 2010 йыл, 15:26

Республикала һунар итеү тыйылған

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ағымдағы йәйге-көҙгө осорҙа Башҡортостанда һунар итеү тыйылған. Был тыйыу “Йәнлектәр донъяһы тураһында", "Һунар һәм һунарсылыҡ ресурстарын һаҡлау тураһында һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында" Федераль закондарына ярашлы ҡабул ителгән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2010 йылдың 13 авгусындағы 884-р һанлы күрһәтмәһе буйынса индерелгән.  

Янғын хәүефе көслө булған климат шарттары хакимлыҡ итеүе арҡаһында һәм һунар ресурстарын һаҡлауҙы тәьмин итеү маҡсатында күрелгән сара был.  

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тыйыу сикләүҙе бөтөрөү тураһында ҡарар ҡабул ителгәнгә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.