Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда 676 мең тонна ашлыҡ һуғылған

Иҡтисад

Һуғып алынған ашлыҡ Башҡортостанда 676 мең тонна тәшкил итә. 16 авгусҡа ҡарата республика буйынса 764 мең гектар майҙанда ашлыҡ һуғылған, уртаса уңыш – гектарынан 8,9 центнер. Шундай мәғлүмәт бирә БР Ауыл хужалығы буйынса консультация үҙәге.  

Саҡмағош районы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын урып һуғыуҙы тамамлағандарҙың береһе, район эшсәндәре 33,5 мең тонна иген алған, ә уңыш гектарынан 15 центнер тәшкил иткән. Стәрлетамаҡ районында 19,3 мең гектарҙан 25,6 тонна иген йыйып алынған.

Шулай уҡ Мәләүез, Күгәрсен, Ейәнсура һәм Бөрйән райондары ураҡты ослаған. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә,  бик күп райондарҙа әлеге мәлдә урып һуғыу техникаһы һуңғы гектарҙарын үтә. Ишембай, Шишмә, Шаран, Ҡырмыҫҡалы райондары – шулар араһында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть