Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Өфө планы: 10 йылда 10 мәктәп

Сәйәсәт

Алдағы ун йыл эсендә Өфөлә ун мәктәп төҙөлөргә тейеш. Был турала бөгөн Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

Төҙөлөштө бындай тиҙлектә өлгөртөү ҡалалағы белем биреү учреждениеларын артыҡ тултырыуҙан һәм балаларҙы өс сменала уҡытыуҙан ҡотҡарырға мөмкинлек бирәсәк. Улар һуңғы йылдарҙа ҡала халҡының тәбиғи артыуын күҙ уңында тотоп иҫәпләнгән. Йыл һайын Өфөлә балалар һаны яҡынса меңгә арта. Бер мәктәп тап ошо сама баланы ҡабул итә ала.  

Дөйөм алғанда мәғарифҡа сығымдар, Павел Качкаев әйтеүенсә, Өфөлә бөгөн йылына 2,7 миллиард һум тәшкил итә. Был сумма ҡала бюджетының өстән бер өлөшөнә яҡын. Һәм унан 250 миллион самаһы һөҙөмтәһеҙ сығымдарға йүнәлтелә, улар өлөшөн яҡын арала бөтөнләй бөтөрөргә кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть