4 декабрь, Йәкшәмбе

17 август 2010 йыл, 12:18

Башҡортостан Хөкүмәтендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарының ҡышҡылыҡҡа әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Хөкүмәтендә «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм социаль тәғәйенләнештәге объекттарҙы 2010-2011 йылғы көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләү тураһында» видеоселектор кәңәшмәһе тамамланды.

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, «был мәсьәлә дәүләт власының республика органдары яғынан да, урындағы үҙидара органдары яғынан да ҙур иғтибар талап итә».

Төбәк башлығы әйтеүенсә, июндә 2010 йылда торлаҡ-коммуналь комплексты һәм социаль өлкә объекттарын йылытыу миҙгеленә әҙерләүҙе тәьмин итеү, күрһәтелгән коммуналь хеҙмәттәр сифатын яҡшыртыу, энергияны һөҙөмтәле ҡулланыуҙы күтәреү буйынса программа раҫланған.

Программаға ярашлы, район һәм ҡала башлыҡтары халыҡ йәшәйешен тәьмин итеү объекттарының ышаныслы эшләүен һәм энергияны һаҡсыл ҡулланыуын арттырыу, күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү буйынса сараларҙы тәьмин итергә тейеш.

— Финанс һәм матди ресурстар күҙлегенән ҡарағанда, был бик ҙур һәм күләмле программа, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы.

Уны финанслауҙың дөйөм күләме 10 миллиард һумдан аша. Шул уҡ мәлдә федераль ҡаҙнанан 300 миллион һум бүлеү ҡаралған, республика ҡаҙнаһынан – 6,5 миллиард һәм өс миллиард һумдан ашыуы – предприятиеларҙың үҙҙәренең средстволары.

Президент кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы докладта мәсьәләнең асылын әйтергә, проблемалар хаҡында һөйләргә, көстө кәрәкмәгән отчеттарға сарыф итмәҫкә саҡырҙы. «Быныһы мөһимерәк», — тине Рөстәм Хәмитов.