Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Рязангә гуманитар ярҙам менән ике машина ебәрелде

Йәмғиәт

Гуманитар ярҙам тейәлгән егерме тонналыҡ ике йөк машинаһы Өфөнән Рязангә оҙатылған. Был турала бөгөн Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

Өфөлөләр янғындан зыян күргән райондар халҡы өсөн бер нисә көн эсендә 45 мең самаһы көнкүреш кәрәк-яраҡтары йыйған.  

— Ҡала халҡы үҙҙәре инициатива күрһәтте, — ти Павел Качкаев. – Берәү ҙә был акцияға маҡсатлы рәүештә иғтибар йәлеп итмәне.

Өфө халҡы әле лә янғындан зыян күреүселәргә ярҙамға кәрәк-яраҡ йыйыу пункттарына кейем-һалым, аяҡ кейеме, көнкүреш приборҙары алып килеүен дауам итә. Янғындан ҡаза күреүселәр уйынсыҡтарҙан алып кер йыуыу машиналарына тиклем бар нәмәгә мохтаж. Был кешеләр өйһөҙ генә түгел, иң кәрәкле әйберҙәрһеҙ ҙә тороп ҡалған бит.

Гуманитар ярҙамдың киләһе партияһы, Павел Качкаев әйтеүенсә, Өфөнән Түбәнге Новгород өлкәһенә оҙатыласаҡ.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть