3 декабрь, Шәмбе

17 август 2010 йыл, 9:06

Башҡортостанда минималь аҙыҡ-түлек тупланмаһы 2068,28 һум тора

автор: Эльвира Латипова

2068,28 һум – тап ошо хаҡ менән билдәләнә айына бер кешегә Башҡортостанда минималь аҙыҡ-түлек тупланмаһы. Рәсәй буйынса ул уртаса 2354,6 һум тәшкил итә. Июль айы өсөн хаҡтарҙы Башҡортостанстат килтерә.

Июлдә иң арзан «аҙыҡ-түлек минимумы» Һарытау өлкәһендә: 1899,98 һум. Белгород, Курск, Липецк, Тамбов, Ырымбур өлкәләрендә, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында һәм Татарстанда аҙыҡ-түлек кәрзиненең хаҡы ике меңдән ашмай.

Ошондай уҡ аҙыҡ-түлек тупланмаһы Чукотка автономиялы округы халҡы өсөн илдә иң ҡиммәткә төшә: 6539,44 һум.