4 декабрь, Йәкшәмбе

16 август 2010 йыл, 15:07

Башҡортостанда мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе үтте

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Традицион республика август кәңәшмәһендә ҡатнашыусыларҙы быйыл ике районда – Саҡмағош һәм Бүздәктә ҡаршыланылар. Педагогтар форумында Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, РФ мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Иван Лобанов, БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, мәғариф бүлектәре начальниктары, төбәктең мәғариф учреждениелары директорҙары һәм педагогтары ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҡытыусыларҙың оло форумының “даими теркәлеү урыны” юҡ. Күсмә сара булараҡ, уны үткәреү мөмкинлеге бирелгән район һәм ҡалаларға педсовет үҫешкә импульс бирә. Ауыл һәм ҡалаларҙа мәктәптәр, балалар баҡсалары, юлдар төҙөлә һәм реконструкциялана, эргә-тирәләге территориялар төҙөкләндерелә. Бындай эштәр быйыл да башҡарылған. Педагогтар кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар өсөн ике маршрут әҙерләнде. Көндөң беренсе яртыһында ҡунаҡтар белем биреү объекттары менән танышты, төшкө аштан һуң пленар ултырыш үтте.

Иҫәбе буйынса 14-се август кәңәшмәһен һис арттырмайынса халыҡ трибунаһы тип атарға мөмкин. Уҡытыусылар конференцияһы алдынан төбәк башлығы “Живой Журнал”дағы үҙенең блогы аша республика халҡына мәғариф өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙарын, уй-теләктәрен ебәреү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте. Уларҙың иң мөһимдәре һәм көнүҙәктәре Рөстәм Хәмитовтың докладына инде. Блоггерҙар ҡағылған темалар күп төрлө ине — һәр кемгә яҡын, һөҙөмтәле, хәүефһеҙ һәм сифатлы белемдән алып – баҙар ихтыяжына яуап биреүгә тиклем.

Тармаҡ үҫешенең ошо һәм башҡа төрлө стратегик мәсьәләләрен республиканың закондар сығарыу һәм башҡарма власы, урындағы үҙидара, мәғариф идаралығы органдары вәкилдәре, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар тикшерә.

Республика кәңәшмәһендә башланған һөйләшеү район һәм ҡала кимәлендәге август кәңәшмәләрендә, педагогтар коллективтарында дауам ителәсәк.