6 декабрь, Шишәмбе

16 август 2010 йыл, 14:33

Рөстәм Хәмитов: «Август кәңәшмәһе профессиональ кимәлдә булырға тейеш»

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Республика педагогтарының август кәңәшмәһенең пленар ултырышындағы сығышын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «ниңә быйыл педагогтар кәңәшмәһендә республиканың ҡала һәм райондары хакимиәте башлыҡтары ҡатнашмай?» тигән һорауға яуаптан башланы.

— Хакимиәт башлыҡтарының эштәре күп, — тине Рөстәм Хәмитов. – Уларҙың күбеһе унлаған ошондай кәңәшмәлә булғаны бар. Улар проблеманы яҡшы белә, нимә эшләргә кәрәклеген яҡшы аңлай.  

Август кәңәшмәһе профессиональ булырға тейеш, тип иҫәпләй төбәк башлығы.

— Бындай форматта уҡытыусылар конференцияһы һуңғы тапҡыр үтә, — тип билдәләне ул. – «Түңәрәк өҫтәлдәр», бәхәсләшеүҙәр, фекер алышыуҙар, һорауҙар кәрәк. Ҡоро докладтар тыңлау ғына булмаһын ул. Яңы алымдарға нигеҙләнгән эш булырға тейеш.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы биләмәһендәге ҡеүәтле мәғариф кластеры булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Ил буйынса иң күп уҡытыусылар беҙҙә, мәғариф өлкәһендә 80 мең кеше эшләй, — тип билдәләне ул. — Был өлкәгә йылына 30 миллиард һум йүнәлтелә, шуға күрә белем сифаты юғары булырға тейеш.

Рөстәм Хәмитов республика бюджетының һәр өсөнсө һумы мәғариф өлкәһенә йүнәлтелеүен тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был – Волга буйы федераль округында иң юғары күрһәткес.