3 декабрь, Шәмбе

16 август 2010 йыл, 13:37

Яңы уҡыу йылын –яңыртылған гимназияла

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Гимназияның яңыртылған корпусы Саҡмағош ауылы уҡытыусылары һәм уҡыусыларына Белем көнөнә лайыҡлы бүләк буласаҡ. Бында мәктәпкә яңы, заманса төҫ биреүсе, белем алыу һәм эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырасаҡ ремонт эштәренең ярайһы ҙур өлөшө тамамланған. 1 сентябрҙә мәктәпкә 830-ҙан ашыу уҡыусы, шул иҫәптән 100 беренсе класс уҡыусыһы киләсәк.

Урта мәктәп тарихы 1969 йылдан башлана. Ул ваҡытта мәктәп ағас бинала урынлаша. Биш йылдан һуң иҫке бина урынында өс ҡатлы яңыһы төҙөлә — 300 уҡыусы парта артына ултыра, 22 уҡытыусы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Ауыл үҫә башлағас, мәктәп бөтә балаларҙы ла һыйҙырып бөтә алмай. Был проблеманы хәл итеү өсөн, 2003 йылда яңы корпус сафҡа индерелә. Уҙған уҡыу йылында иҫке бинаны ла үҙгәртеп ҡорорға ҡарар ителә. Төҙөүселәр ҡыйығын, тәҙрәләрҙе, ишектәрҙе һәм элект селтәрен тулыһынса алмаштырған, мәктәптә эске биҙәү эштәрен һәм фасад эштәрен үткәргән.

Башҡарылған эштәр менән август кәңәшмәһе сиктәрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов танышты. Ул биология, физика кабинеттарын, спорт һәм тамаша залын ҡараны. Һуңғыһында, әйткәндәй, мәктәптең мода театры репетицияһы бара ине. Шулай уҡ стоматолог, дауалау физкультураһы табибы, массаж яһаусы һәм шәфҡәт туташы ҡабул итәсәк һауыҡтырыу үҙәгендә булды.

Визиты аҙағында төбәк башлығы мәктәптең "Башҡортостан" мәғлүмәт-белем биреү порталына тоташтырылған мәғлүмәт үҙәге менән яҡындан танышты. Унан һуң район Мәҙәниәт һарайы алдында ойошторолған Саҡмағош районы мәғариф системаһы ҡаҙаныштары күргәҙмәһен ҡараны.