2 декабрь, Йома

16 август 2010 йыл, 12:34

Саҡмағош ауылында балалар баҡсаһын реконструкциялау тамамланған

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов педагогтар кәңәшмәһе үткән көнбайыш райондар буйлап эш сәфәрендә йөрөнө. Август кәңәшмәһе сиктәрендә төбәк башлығы реконструкцияланған һәм яңынан төҙөлгән мәғариф учреждениеларын ҡараны.

Саҡмағош ауылында Рөстәм Хәмитов 5-се балалар баҡсаһында булды. 1992 йылда асылған мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 180 балаға иҫәпләнгән, әммә әлеге мәлдә ата-әсәләр баҡсаға 260 баланы йөрөтә. Булған майҙандарҙың етәрлек кимәлдә булмауы арҡаһында балалар баҡсаһына һуңғы арала Балалар ижады үҙәге урынлашҡан бинаны бирергә ҡарар ителә. Шулай итеп, икенсе корпус арҡаһында балалар баҡсаһы бер аҙ иркенәйәсәк. Реконструкция тамамланғас, баҡсаға 80 бала киләсәк.

Республика башлығын районда балалар баҡсаһы урындары менән бәйле хәл ҡыҙыҡһындырҙы. Уға, әлеге ваҡытта 539 урынға ата-әсәләрҙән 545 ғариза бирелгән, тип яуап бирҙеләр. Район властары был проблеманы ведомстволарға бирелгән элекке балалар баҡсаларын кире ҡайтарыу һәм яңыларын төҙөү юлы менән хәл итергә йыйыныуҙарын әйтте.

Реконструкциялау барышында 5-се балалар баҡсаһы бинаһы танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Уйын, йоҡо һәм туалет бүлмәләре менән бөтә дүрт төркөм дә файҙаланыуға әҙер. Заказ буйынса эшләтелгән балалар мебеле сағыу һәм матур ғына түгел, хәүефһеҙ, уңайлы һәм ышаныслы ла. Рөстәм Хәмитов бындай сифатлы мебелдең ҡайҙа эшләнеүе менән ҡыҙыҡһынды, асыҡланыуынса — Башҡортостанда, Дүртөйлөлә икән. Үҙгәртеп ҡоролған бинала шулай уҡ процедуралар кабинеты һәм туҡланыу бүлеге лә урынлашҡан.  

Рөстәм Хәмитов төркөмдәр бүлмәләрен ҡарап сыҡты, урынлашыу шарттары һәм туҡланыуҙы ойоштороу менән ҡыҙыҡһынды. Осрашыу аҙағында республика башлығы, бәләкәй балалар менән эшләүҙең еңелдәрҙән булмауын аңлап, балалар баҡсаһы коллективына уңышлы эш теләне.