11 декабрь, Йәкшәмбе

16 август 2010 йыл, 11:34

Иҫке мәктәпкә – яңы ғүмер

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе — Бүздәктәге боронғо белем усаҡтарының береһе, ул 1916 йылда нигеҙләнгән. Тәүҙә унда 15 кеше уҡыған ни бары өс класс ҡына була. 43 йыл үткәс, 1959 йылда, уҡыусылар яңы өс ҡатлы бинаға күсә һәм ошо көнгә ҡәҙәр шунда белем ала. 51 йыл эсендә белем биреү учреждениеһы ярайһы туҙа һәм заман талабына яуап биреүҙән туҡтай. Тап шуға күрә уны реконструкцияларға ҡарар ителә. Мәктәп бинаһы үҙгәртеп ҡорола, 114 урынлыҡ ашхана, башланғыс звено уҡыусылары өсөн яңы уҡыу бүлмәләрен һәм спорт залын үҙ эсенә алған ике төкәтмә эшләнә. Төҙөүселәр күләмле эш башҡарып сыға. Төп конструкциялар, тәҙрәләр, ишектәр, ҡыйығы алмаштырыла, электр үткәргестәр СанПин нормаларына ярашлы башҡарыла. Туҡланыу блогы өсөн заманса ҡорамалдар – һыуытҡыстар, электр плиталары, мебель һатып алына. Табип, стоматолог һәм процедура кабинеттары булған медицина бүлеге замандың һуңғы талаптарына ярашлы йыһазландырыла. Милиция һағы посына компьютер һәм хәүеф төймәһе ҡуйыла. Кабинеттарҙағы мебель тулыһынса яңыртыла. Спортзал хәҙер бар стандарттарға яуап бирә, һәм бында хәҙер төрлө кимәлдәге ярыштар үткәрергә мөмкин. Спорт инвентары ла тулыландырылған һәм яңыртылған.

Капиталь ремонттан һуң мәктәпкә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов килде. Төбәк башлығы информатика, химия, биология кабинеттарын ҡараны. Кластарҙа интернетҡа тоташтырылған яңы компьютерҙар урынлаштырылған. Педагогтар мәғлүмәт ресурстарының уникаль мөмкинлектәре арҡаһында хәҙер дәрестәрҙә яңы фәнни видеофрагменттар һәм интерактив тренажерҙар ҡулланырға мөмкин булыуын билдәләне. Был яңылыҡ менән Президентты ла таныштырҙылар. Информатика кабинетында республика башлығы «Инфознайка» түңәрәгенә йөрөүсе уҡыусылар менән аралашты. Ул Интернет тиҙлеге менән ҡыҙыҡһынды. Балалар уның секундына 1 мегабит тәшкил итеүен белдерҙе һәм информатика өлкәһендәге белемдәрен күрһәтте. Егеттәрҙең береһе мәктәп сайтын редакторлау менән шөғөлләнә. Рөстәм Хәмитов йәштәргә сайттың рәсми колонкаларын алып барыуҙан тыш, интернетта ла әүҙем аралашырға тәҡдим итте. Уҡытыусылар менән әңгәмәлә төбәк башлығы мәктәптәге компьютерҙар иҫәбе һәм был эште кем алып барыуы менән ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса – информатика уҡытыусыһы икән. Рөстәм Хәмитов, мәктәптең штат расписаниеһына система администраторы вазифаһын индерергә ваҡыт еткән, тигән фекерен әйтте. Химия кабинетында республика Президентына «Виртуаль лаборатория» интерактив таҡтаһы мөмкинлектәрен күрһәттеләр. Әлеге ваҡытта мәктәптә ошондай алты таҡта ҡуйылған. Уҡытыусылар фекеренсә, улар бөтә кабинеттарҙа ла булырға тейеш. Рөстәм Хәмитов туған телде нисә бала өйрәнеүе менән ҡыҙыҡһынды. Уға әйтеүҙәренсә, туған телдәрҙе – башҡорт һәм татар телдәрен 1-11 кластағы бар уҡыусылар ҙа ихлас өйрәнә икән.

Шуны ла билдәләргә кәрәк: компьютер технологиялары дәрестәрҙә генә ҡулланылмай, мәктәптең кластан тыш сараларында, кәңәшмәләр һәм педагогтар советында, дөйөм ата-әсәләр йыйылышында ла файҙаланыла. Ҡунаҡтар электрон китапханала ла булды. Тап ошонда интернетҡа тоташыу мөмкинлеге булған уҡытыусылар алдағы уҡыу йылына әҙерләнә.

1 сентябрҙә яңыртылған белем усағына 450-гә яҡын уҡыусы, шул иҫәптән 50 беренсе класс уҡыусыһы киләсәк. Әммә был мәктәп өсөн сик түгел. Яҡында ғына йәштәр биҫтәһе төҙөлә, өҫтәүенә, ауылда тыуым арта. Уҡытыусылар күҙаллауынса,  алдағы йылдарҙа был мәктәптә уҡыусылар һаны 1200-гә тиклем етеүе бар. Президент башланғыс класс уҡыусылары өсөн кластарҙы һәм спортзалды ҡараны, беренсе синыфҡа килеүсе балалар менән аралашты һәм уларға уҡыуҙа уңыштар теләне.

Һүҙ ыңғайы, был урта мәктәп инновацион белем биреү программаларын индереүсе урта дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында барған конкурста районда беренсе еңеүсе булған һәм бер миллион һум күләмендә грант алған. Һөҙөмтәле уҡыу процесын 40 педагог тәьмин итә, шуларҙың икәүһе – РФ Президенты премияһына лайыҡ булған.