5 декабрь, Дүшәмбе

15 август 2010 йыл, 9:33

Һауа флоты көнө менән!

автор: "Башинформ"

Бөгөнгө көн календарҙа һауа транспорты хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандарының һөнәри байрамы тип билдәләнгән. Ошо айҡанлы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов уларҙы Һауа флоты көнө менән ҡотланы. Республика башлығы ҡотлауында, атап әйткәндә, былай тиелә:

«Һауа флоты һәр ваҡыт державаның ғорурлығы булды. Уға бөгөн дә илебеҙҙең социаль-иҡтисади үҫешендә, дәүләт сиктәрен һаҡлауҙа, төпкөл территорияларҙы үҙләштереүҙә, тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе һәм эшлекле хеҙмәттәшлекте нығытыуҙа ҙур урын бирелә.

Беҙҙең республикала ла һауа транспорты комплексы үҫешенә айырым иғтибар бирелә. «2009-2020 йылдарға Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә һауа транспортын үҫтереү» маҡсатлы программаһына ярашлы, милли база авиакомпанияһы булдырылды. Республика ҡаҙнаһы средстволары иҫәбенә яңы һауа суднолары һатып алынды, улар төбәк-ара һәм төбәк эсендәге рейстар башҡара. Интенсив рәүештә халыҡ-ара һауа линиялары үҙләштерелә.

Граждан авиацияһы предприятиеларының етештереү ҡеүәттәре ҙур тиҙлек менән яңыртыла. «Өфө» халыҡ-ара аэропорты бөгөн илебеҙҙәге иң эре төп һәм социаль әһәмиәттәге аэропорттарҙың береһе булып тора. Сибай ҡалаһындағы аэропорт ҡайтанан эшләй башланы, Нефтекама ҡалаһындағы аэропорт тергеҙелә.  

Авиация – кеше эшмәкәрлегенең иң ҡатмарлы, матур һәм романтик өлкәләренең береһе. Республиканың граждан авиацияһы хеҙмәткәрҙәре, осоштарҙың хәүефһеҙлеген һәм һауа судноларының техник яҡтан төҙөклөгөн тәьмин итеү буйынса йөкмәтелгән бурыстарҙы уңышлы үтәү менән бер рәттән, нефтселәргә, геологтарға, ауыл хужалығына ҙур ярҙам күрһәтә. Урман янғындарын һүндереүҙә, авария-ҡотҡарыу эштәрен башҡарыуҙа, ашығыс санитар-медицина ярҙамы күрһәтеүҙә уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ.

Һеҙгә хас булған юғары яуаплылыҡ, тәрән белем һәм һөнәри оҫталыҡ, иң ауыр хәлдәрҙән дә уңышлы сығыу юлдарын таба белеү артабан да алдығыҙға ҡуйылған ябай булмаған бурыстарҙы лайыҡлы үтәүгә булышлыҡ итер, тип ышанам.

Граждан авиацияһы хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына, һауа суднолары экипаждары ағзаларына, ер өҫтө хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм бәхет, Башҡортостандың һауа транспорты комплексының даими үҫешендә уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.Хәмитов».