10 декабрь, Шәмбе

13 август 2010 йыл, 17:30

БР буйынса Рәсәй реестры Идаралығының Октябрьский бүлексәһе адресын үҙгәртте

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй реестры Идаралығының Октябрьский ҡалаһындағы бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре яңы бинала эшләй башланы.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, унда граждандарға консультациялар биреү өсөн айырым кабинеттар барлыҡҡа килгән, ҡабул итеү бүлмәһе ике тапҡырға артҡан, архив майҙаны киңәйгән. Теркәлгән хоҡуҡтар тураһында мәғлүмәт алыу һәм хоҡуҡты дәүләт теркәүе өсөн түләү башҡарырға банк терминалы ҡуйыу планлаштырыла.

Ғариза биреүселәр беренсе ҡатта ҡабул ителә. Был иһә күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы һәм күсемһеҙ милек менән алыш-биреш итеүгә бәйле килешеүҙәрҙе теркәү өсөн дәүләт функцияларын башҡарыу буйынса административ регламент талаптарына яуап бирә. Бүлексә шәмбе көндәрендә лә эшләй. Былар барыһы ла граждандарға уңайлы булһын өсөн эшләнә.  

Яңы бина Комсомол урамы, 23б адресы буйынса урынлашҡан. Телефон номерҙары: (34767) 6-39-44, 6-00-74, 6-64-47.

темалар: рәсәй реестры