6 декабрь, Шишәмбе

14 август 2010 йыл, 8:51

Физкультурниктар көнө менән!

автор: "Башинформ"

Йыл һайын августың икенсе шәмбеһендә илдә Физкультурниктар көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов спорт ветерандары, тренерҙар һәм спортсылар, физкультура, спорт һәм сәләмәт тормош һөйөүселәр исеменә ҡотлау ебәрҙе. Ҡотлауҙа, атап әйткәндә, былай тиелә:

«Физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү беҙҙең көндәрҙә социаль сәйәсәттең, милли мәҙәниәттең һәм халыҡтың рухи яҡтан камиллашыуының айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Был хәҙерге йәмғиәттә һиҙелерлек урын ала барыусы бөтә спорт индустрияһының нығыныуына этәргес бирә. Эре спорт комплекстары төҙөлөшө, юғары класлы спортсылар әҙерләүҙә һәм уларҙы экипировка менән тәьмин итеүҙә яңынан-яңы технологиялар, спорт медицинаһы үҫеше, шарттарға ярашыуға йүнәлтелгән физик тәрбиә, мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн спорт – былар барыһы ла хәҙерге көндә спорт донъяһы йылдам үҫешкән әһәмиәтле йүнәлештәр.

Башҡортостан бөгөн – Рәсәйҙең алдынғы спорт төбәктәренең береһе. Һуңғы йылдарҙа республика бер нисә тапҡыр бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге абруйлы ярыштар үткәреү урынына әйләнде. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында юғары кимәлдә халыҡ-ара шашкаларҙа донъя чемпионы исеменә матчтар,  биатлон буйынса донъя чемпионаты, боҙҙа мотоуҙыш буйынса шәхси-команда иҫәбенә Европа һәм донъя чемпионаттары һәм башҡа төрлө спорт форумдары үтте.  

Республикала кешеләр һаулығын һаҡлау һәм нығытыу өсөн шарттар тыуҙырыу, халыҡта сәләмәт тормош алып барыу тәртибен формалаштырыу буйынса системалы саралар күрелә. Физкультура һәм спорт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, хеҙмәт коллективтарында, уҡыу йорттарында, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында, йәшәү урыны буйынса физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр иҫәбен арттырыу буйынса эш артабан да дауам ителәсәк.  Йәмғиәтте һауыҡтырыуҙағы дәүләт власы органдарының, профессиональ коллективтың һәм йәмәғәт ойошмаларының тырышлығын киләсәктә лә бергә туплау мөһим.

Башҡортостандың барлыҡ физкультура-спорт берләшмәләренә именлек, спортта уңыштар һәм яңы сағыу ҡаҙаныштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.Хәмитов».