Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Нефтекаманың икенсе мәсете ҡала эшҡыуарҙары ярҙамында төҙөләсәк

Йәмғиәт

Нефтекама эшҡыуарҙары ҡалалағы икенсе мәсет төҙөлөшөндә ярҙам итергә ҡарар иткән. Урындағы дин әһелдәре уның төҙөлөшөн бер нисә йыл дауамында урынынан ҡуҙғата алмай ыҙалана.

Мәсет төҙөлөшө 2003 йылда башлана. Ҡала мосолмандарының күбеһе ул йылда Дзержинский урамында буласаҡ бина фундаментына нигеҙ ташы һалыныуын хәтерләйҙер.  Әммә бик тиҙ арала был объект оҙаҡ төҙөлөүсе биналар рәтен тулыландыра – 2004 йылда финанслау булмағанға күрә мәсет төҙөлөшө туҡтатыла. Был дини ҡоролманың, башҡалар кеүек, халыҡтан йыйылған иғәнәгә төҙөлөүенә бәйле. Әммә хәйергә аҡса йыйған йома намаҙҙарына һәм ҡалалағы башҡа төрлө мосолман сараларына йөрөгәндәрҙең күбеһе – оло йәштәге кешеләр, һәм уларҙың ғына аҡсаһына мәсет төҙөү мөмкин түгел.

Хәҙер иһә, ҡала эшҡыуарҙары ярҙам итергә булғас, Нефтекама мосолмандар ойошмаһы имам-хатибы  Тәфкил Ғәлимшиндың мәсет төҙөлөшөнөң йылдам темп менән алып барыласағына өмөтө ҙур.  

Теги: дин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть