Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

13 августа Башҡортостанда 13 урман янғыны теркәлде

Иҡтисад

Башҡортостанда янғын хәүефлелеге миҙгеле башланғандан алып дөйөм майҙаны 9790 гектарға тиң 505 урман янғыны теркәлгән.

Әлеге ваҡытта республикала 13 урында урман яна. Бөрйән, Белорет, Күгәрсен, Дыуан, Нуриман, Яңауыл һәм Өфө райондарында 300 гектар майҙанда урманды ут солғаған.  Янғын һүндереүгә 270 кеше һәм  80 техника берәмеге йәлеп ителгән. Бар янғындар ҙа һүндерелеп бөтөп бара. Зыян күреүселәр юҡ һәм торама пункттарға хәүеф янамай.

БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, техника бүлеп биреү һәм урындағы халыҡты йәлеп итеү буйынса муниципаль район хакимиәттәре һәм барлыҡ предприятиелар менән бәйләнеш булдырылған.

Алыҫ райондарға һәм барып етеүе ҡыйынлыҡ тыуҙырған урындарға  «Өфө авиалиниялары» авиакомпанияһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте ваҡытында самолет һәм вертолеттар бүлә.

19 тораҡ пункты һәм 163 ауыл тирәләй янғынды ситкә ебәреү өсөн соҡорҙар яһалған, уратып ер һөрөлгән.

Был көндәрҙә халыҡ менән урман массивтарына инеүҙе сикләү буйынса аңлатыу эштәре алып барыла. Транспорт сараларын урманға инеүҙән тыйыу тураһында  аншлагтар һәм плакаттар яңыртылған. БР Урман хужалығы министрлығында һәм ведомствоға ҡараған учреждениеларҙа эш тәүлек әйләнәһенә һәм ялһыҙ режимда ойошторолған.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть