5 декабрь, Дүшәмбе

13 август 2010 йыл, 15:04

Салауат егеттәре хәрби хеҙмәттән ҡасыу өсөн хөкөм ителеү тураһында ялған белешмә һатып алған

автор: Ольга Мортазина

РФ Прокуратураһы ҡарамағындағы Тикшереү комитетының БР буйынса Тикшереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре Салауат ҡалаһында ялған документтар тураһында эште тикшерҙе һәм йәнә бер енәйәтте асыҡланы – күп кенә йәштәрҙең хәрби хеҙмәте кисектерелгән. Тәфтишселәр ҡала суды менән Салауат ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығынан алынған хөкөмгә тарттырыусылар тураһындағы мәғлүмәтте сағыштырып ҡараған һәм 55 кешегә айырма булыуын асыҡлаған.  

Өс эш буйынса тикшереү тамамланған. Асыҡланыуынса, хөкөм ителеү тураһында белешмә алыр өсөн йәштәр билдәһеҙ кешегә 45 меңдән 60 мең һумға тиклем аҡса биргән.  Хөкөм ителеү ваҡыты үтмәйенсә, билдәле булыуынса, армияға алмайҙар.

Ошондай уҡ белешмәләр тапшырып, хәрби хеҙмәттән кисектереү алған 52 егет эе әлеге мәлдә тикшерелә. Енәйәт эшен тикшереү буйынса эштәр дауам итә, тип хәбәр итә РФ Прокуратураһы ҡарамағындағы Тикшереү комитетының БР буйынса Тикшереү идаралығы матбуғат хеҙмәте.