5 декабрь, Дүшәмбе

13 август 2010 йыл, 13:01

Социаль страховкалау фонды хеҙмәткәрҙәре янғындан ҡаза күреүселәр иҫәбенә бер көнлөк эш хаҡын күсерҙе

автор: "Башинформ"

Дәүләт учреждениеһы — РФ Социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре республика һәм Рәсәй күләмендәге бөтә хәйриә акцияларында ла әүҙем ҡатнашырға тырыша.

Был фажиғәле осорҙа, ватандаштарыбыҙ янғындарҙан ҡаза күргәндә, төбәк бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре башҡаларҙың ҡайғыһына битараф ҡала алманы: бар хеҙмәткәрҙәр ҙә, шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының беренсел бүлексәһе, Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың күләмле янғындар арҡаһында зыян күргәндәргә ярҙам итеү тураһындағы мөрәжәғәтен хуплап, зыян күреүселәргә ярҙам фондына бер көнлөк эш хаҡы күләмендә аҡса күсерҙе.