3 декабрь, Шәмбе

13 август 2010 йыл, 11:15

Мордовия балалары Башҡортостанда ял итәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

131 бала – Мордовия интернаттары тәрбиәләнеүселәре —Башҡортостанға килде. Бында, «Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе» федераль дәүләт унитар предприятиеһының ҡала ситендәге һауыҡтырыу лагерында, улар йәй аҙағынаса буласаҡ, сәләмәтлеген нығытасаҡ, алдағы уҡыу йылына көс туплаясаҡ.

Нимәһе мөһим — балалар менән бергә  Мордовиянан оҙатыусылар сифатында килгән педагогтар республикала булған араға лагерға эшкә алынған. Вожатыйҙар урындағы студенттар иҫәбенән тупланған.  

«Известия Мордовии» гәзитенән хәбәр итеүҙәренсә, йәйгеһен балалар йорттары һәм интернат тәрбиәләнеүселәре ғәҙәттә балалар лагерҙарында йәшәй. Әммә янғын хәүефе арҡаһында төбәктә уларҙы эвакуациялау тураһында ҡарар ителә. Йәй аҙағына тиклем балаларҙы үҙҙәрендә ҡабул итеү тәҡдиме менән Мордовияға Волга буйы федераль окугының бар төбәге, шулай уҡ Ленинград һәм Волгоград өлкәләре  мөрәжәғәт иткән.

Дүшәмбе көндө интернатта тәрбиәләнгән 70 бала автобустарҙа Һамар өлкәһенең Красноярский районында урынлашҡан «Космос-2» лагерына уңышлы барып еткән. Балалар ялы буйынса бөтә сығымдарҙы өлкә бюджеты үҙ өҫтөнә алған.

Ошо уҡ көндө Мордовиянан 131 бала Башҡортостанға ял итеүгә оҙатыла. Балаларҙы ташыу «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте иҫәбенә башҡарылған. Куйбышев тимер юлы начальнигы Сергей Кобзев үҙенә мөрәжәғәт иткәндән һуң тиҙ арала Мордовия үҫмерҙәренә өс тағылма вагон бүлеү тураһында ҡарар итә һәм улар Мәскәүҙән ебәрелә.  

— Балаларыбыҙҙы ҡабул иткән төбәк башлыҡтарына — Владимир Владимирович Артяковҡа һәм Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа, беҙгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, — ти Мордовия Республикаһы мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Татьяна Каргина. –Урман янғындары менән бәйле хәл-ваҡиғалар хафаландырғанға күрә, балаларҙы эвакуацияларға ҡарар ителде.