6 декабрь, Шишәмбе

13 август 2010 йыл, 9:00

Башҡортостан Президенты Түбәнге Новгород өлкәһенән ҡайтҡан ҡотҡарыусылар менән осрашты

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

12 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Мәһәҙиев һәм Түбәнге Новгород өлкәһендәге ҙур урман янғындарын һүндереүҙә ҡатнашҡан ҡотҡарыусылар менән осрашты.

Республика башлығы ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү барышында күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн янғын һүндереүселәргә рәхмәтен белдерҙе.

— Һеҙ ҡуйылған бурысты лайыҡлы үтәнегеҙ. Әммә иң мөһиме – иҫән һәм сәләмәт әйләнеп ҡайттығыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент Янғынға ҡаршы федераль хеҙмәт подполковнигы Александр Лопухов, майор Константин Демьяненко һәм сержант Денис Ғилметдиновҡа мөрәжәғәт итеп.

Ҡотҡарыусылар Түбәнге Новгород өлкәһенең Выкса районында урынлашҡан ете ауылда янғын һүндереүҙә ҡатнашҡан.  

Республика янғын һүндереү хеҙмәте начальнигы Александр Лопухов журналистарға биргән интервьюһында : «Командировканы йөҙ балға баһаларға мөмкин. Колонна тәғәйенләнгән пунктҡа ҡаршылыҡһыҙ барып етте. Килеп етеү менән личный состав (90-дан ашыу кеше) ут менән көрәшкә сыҡты, — тине офицер-ҡотҡарыусы.

— Беҙ булған арала урман ситендә урынлашҡан ике йорт янып бөттө. Әммә уларҙы һаҡлап алып ҡалыу мөмкинлеге юҡ ине».  

Ғөмүмән, был командировка Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан бүлексәһе өсөн тәүгеһе. Быға ҡәҙәр бындай ҙур төркөм республиканан бер ҡайҙа ла юлланғаны булманы.

— Урман янғындарын һүндереүҙә ҙур тәжрибә тупланыҡ. Был проблема беҙҙең төбәк өсөн дә үтә мөһим, сөнки уның территорияһының яртыһын тиерлек урмандар биләй. Башҡаларҙың хаталарында эш итергә өйрәнәбеҙ, — тип билдәләне Александр Лопухов.

Президент, янғын һүндереүселәр наградаһыҙ ҡалмаясаҡ, тип вәғәҙә бирҙе. Яҡын арала уларҙың барыһы ла республика кимәлендә билдәләнәсәк.