8 декабрь, Кесе йома

12 август 2010 йыл, 18:11

Сит илдә уҡыу өсөн республика Президенты гранттары биреләсәк

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

12 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Кадрҙар әҙерләү, ҡайтанан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү буйынса комиссия тарафынан тәҡдим ителгән дәғүәселәргә 2010 йылға сит ил белем биреү һәм ғилми үҙәктәрендә уҡыу өсөн Башҡортостан Президенты гранттарын биреү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Хөкүмәтенә республика бюджетынан гранттар түләүгә аҡса бүлеүҙе тәьмин итергә ҡушылды.