7 декабрь, Шаршамбы

13 август 2010 йыл, 10:15

Кискеһен синоптиктар йәшенле ямғырҙар һәм елдең көсәйеүен прогнозлай

автор: Ғәлиә Нәбиева

Кисә кискеһен һалҡын фронт республиканың төньяҡ сигенә үтеп инде һәм үҙе менән йәшенле ямғырҙар һәм ел алып килде. Ул күрше Татарстан халҡын яуым-төшөм менән ҡыуандырып та өлгөрҙө. Әкренләп һалҡын һауа төньяҡтан көньяҡҡа төшә һәм әлеге ваҡытта, Башгидрометеорология үҙәге синоптиктарының анализына ярашлы, Кушнаренко районына еткән.

Республиканың баш ҡалаһына һалҡын һауа фронты көндөң икенсе яртыһында килеп етәсәк. Ул йәшенле ямғырҙар һәм секундына 20-25 мерға етәсәк ел-дауыл алып килергә тейеш. Көндөҙгө һауа температураһы 25 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк, көньяҡ райондарҙа әлегә 30 градус йылылыҡ һаҡланасаҡ. Айырым райондарҙа синоптиктар боҙ яуыуын күҙаллай.

Томра эҫене бер аҙ баҫасаҡ беренсе һалҡын фронт был. Икенсе тулҡыны шишәмбелә көтөлә.

темалар: һауа торошо